20 Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.
Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, барып Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.
Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы.
Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.
Ул сатырын ҡорған ер билмәһен Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан йөҙ ҡыситаға һатып алды.
Яҡуптың Лиәнән тыуған ҡыҙы Динә бер көндө бындағы ҡыҙҙарҙы күрергә тип ҡалаға сыҡты.
шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Эл-Бейт-Эл тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.
Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.