Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 33:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 – Юҡ, – тип яуап бирҙе Яҡуп, – әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, бүләктәремде ҡабул итеп ал, зинһар! Һине күреү минең өсөн Алланың үҙен күреү менән бер булды – һин бит мине ихлас ҡаршы алдың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 – Юҡ, – тип яуап бирҙе Яҡуп, – әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, бүләктәремде ҡабул итеп ал, зинһар! Һине күреү минең өсөн Алланың Үҙен күреү менән бер булды – һин бит мине ихлас ҡаршы алдың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 33:10
19 Iomraidhean Croise  

Мин ҡолоңа шундай яҡшылыҡ эшләнең һин! Оло мәрхәмәт күрһәттең миңә – ғүмеремде һаҡлап алып ҡалдың! Ләкин тауҙарға тиклем йүгереп етә алмам, бәләгә юлығырмын, һәләк булырмын.


Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.


Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.


– Минең бөтә нәмәм дә етә, ҡустым. Үҙ байлығың үҙеңә ҡалһын, – тине Ғаяз.


– Теге кеше беҙгә кесе туғанығыҙҙан башҡа күҙемә лә күренмәгеҙ, тип бик ҡаты әйтте, – тине уға Йәһүҙә. –


Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –


Матәм көндәре тамамланғас, Йософ фирғәүендең һарай әһелдәренә мөржәғәт итеп: – Әгәр ҙә күңелегеҙгә хуш килһәм, фирғәүенгә әйтегеҙ әле, – тине. –


«Ҡайҙа Аллаң?» – тип дошмандарымдың Көн оҙоно мыҫҡыл итеүҙәре Елегемә төштө минең.


Раббы былай ти: «Ҡылыстан иҫән ҡалған Исраил халҡы Сүлдә мәрхәмәтемде ҡаҙанды. Мин Исраилды рәхәткә сығарырмын».


Рут эйелеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Мин ни өсөн һинең күҙеңдә шулай мәрхәмәт ҡаҙандым? Сит ил кешеһе булыуыма ҡарамаҫтан, ниңә мине хәстәрләйһең? – тип һораны.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan