Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 32:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 уға шуны еткерергә ҡушты: – Хакимым Ғаязға шул мәғлүм булһын: «Ҡолоң Яҡуп оҙаҡ ҡына ситтә, Лаванда йәшәне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 уға шуны еткерергә ҡушты: – Хакимым Ғаязға шул мәғлүм булһын: «Ҡолоң Яҡуп оҙаҡ ҡына ситтә, Лаванда йәшәне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 32:4
23 Iomraidhean Croise  

– Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, – тине ул Яҡупҡа. – Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Эдом тигән ҡушамат тағылды.)


Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!»


Исхаҡ былай тип яуап бирҙе: – Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә ағай-энене уға ҡол иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?


Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң.


Әйт: «Был ҡолоң Яҡуптың малы, ул уны бүләк итеп хакимы Ғаязға ебәрҙе. Ә Яҡуп үҙе арттан килә».


Хәҙер минең эре һәм ваҡ малым, ишәктәрем, ҡолдарым һәм ҡолиәләрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, ыңғай ҡарашыңа өмөт итәм».


Әйҙә, хакимым, һин алдан кит, ә мин ҡолоң арттан – бала-саға, мал-тыуар менән әкрен генә барырмын. Сеғирға, һинең яныңа, хакимым, шулай барып етермен әле.


– Ә миңә юлда осраған ниндәй көтөү-көтөү мал ине ул? – тип һораны Ғаяз. – Был һинең мәрхәмәтеңә лайыҡ булыу өсөн, – тине Яҡуп.


Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты.


Бына ул Сеғир тауҙары янында йәшәгән Эдом халҡының тәүатаһы Ғаяздың нәҫел шәжәрәһе.


Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ ишек төбөндә боҫоп һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.


– Асыуланма, хакимым! Был кешеләрҙең яһиллыҡҡа әүәҫлеген үҙең беләһең.


Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.


Сабырлыҡ хакимды ла ышандыра, йомшаҡ тел һөйәкте лә һындыра.


Улым, үҙеңде ҡотҡарыу сараһын күр: һин ул кешенең ҡулына төштөң. Уның янына бар, аяғына йығыл, ялбар,


Түрәң һиңә асыуланһа ла, эшеңде ташлама. Күндәмлек ҙур хатаны ла ҡаплай.


Дума тураһында әүлиәлек. Берәү Сеғирҙан миңә ҡысҡыра: «Эй һаҡсы, төн үтергә күпме ҡалды? Ул ҡасанға тиклем һуҙыласаҡ?»


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan