3 Яҡуп Эдом илендәге Сеғир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп,
сүллек ситендәге Әл-Паранға тиклем һуҙылған Сеғир таулығында хориҙарҙы тар-мар итте.
– Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, – тине ул Яҡупҡа. – Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Эдом тигән ҡушамат тағылды.)
Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә мине лә, балаларым менән әсәләрен дә үлтерер!
Яҡуптың ҡото осто, ҡаушап төштө. Үҙе менән булған кешеләрен, мал-тыуарын, дөйәләрен ике тупламға бүлде.
Әйҙә, хакимым, һин алдан кит, ә мин ҡолоң арттан – бала-саға, мал-тыуар менән әкрен генә барырмын. Сеғирға, һинең яныңа, хакимым, шулай барып етермен әле.
Шул уҡ көндә Ғаяз Сеғирға ҡайтып китте,
Борол, боролоп ҡайт, Шулам ҡыҙы, Борол, һине тағы бер күрәйек. Шулам ҡыҙына ни өсөн ҡарайһығыҙ? Әйтерһең дә Маханаимды бейейем?
Дума тураһында әүлиәлек. Берәү Сеғирҙан миңә ҡысҡыра: «Эй һаҡсы, төн үтергә күпме ҡалды? Ул ҡасанға тиклем һуҙыласаҡ?»
Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?
«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Дошманы Эдом баҫып алыныр, Сеғир ҙа дошмандары аҫтында булыр, Исраил көсәйгәндән көсәйер.
(Сеғир тауҙары аша барғанда Хоревтан Ҡадеш-Барнеағҡа тиклем ун бер көнлөк юл.)
Раббы Сеғирҙа йәшәгән Ғаяз нәҫелдәре өсөн дә шулай эшләне. Уларҙың алдынан хориҙарҙы юҡ итте. Ғаяз улдары хориҙарҙың ерен баҫып алып төйәкләнде һәм бөгөн дә шунда йәшәп ята.