14 ике йөҙ кәзә, егерме кәзә тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе,
Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе.
Бер ваҡыт мал ҡасҡан ваҡытта кәзәләрҙе ҡасырған тәкәләр гел буйлы, ала йәки сыбар, имеш, тип төш күргәйнем.
Шулай булғас, Алла атайыбыҙҙан тартып алған бөтә байлыҡ беҙҙеке һәм балаларыбыҙҙыҡы. Әйҙә, Алла һиңә ни бойорһа, шуны эшлә.
Шулай итеп, Алла атайығыҙҙың малдарын алды, миңә бирҙе.
Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал –
буталары менән утыҙ баш һауын дөйә, ҡырҡ һыйыр, ун үгеҙ, егерме инә ишәк, ун ата ишәк һайлап алды.
Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.
– Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.
Ришүәт – уны биргән кешегә тылсымлы таш һымаҡ тойола: гүйә ҡайҙа боролһаң да файҙа килтерә.
Аллаң Раббыны иҫеңдә тот, сөнки Ул һиңә байлыҡ табырға көс бирә – ата-бабаларың менән антлашып төҙөгән килешеүҙе шул рәүешле Ул бөгөнгәсә үтәп килә.