Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 32:13 - Башкирский ВЗ (неполный)

13 Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 32:13
18 Iomraidhean Croise  

Тоҡомоңды ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


ике йөҙ кәзә, егерме кәзә тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе,


– Юҡ, – тип яуап бирҙе Яҡуп, – әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, бүләктәремде ҡабул итеп ал, зинһар! Һине күреү минең өсөн Алланың үҙен күреү менән бер булды – һин бит мине ихлас ҡаршы алдың.


– Ә миңә юлда осраған ниндәй көтөү-көтөү мал ине ул? – тип һораны Ғаяз. – Был һинең мәрхәмәтеңә лайыҡ булыу өсөн, – тине Яҡуп.


Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.


– Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.


Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙтүбән ергә ҡапландылар.


Ришүәт – уны биргән кешегә тылсымлы таш һымаҡ тойола: гүйә ҡайҙа боролһаң да файҙа килтерә.


Бүләк биреү кешегә юл аса, бөйөктәр алдына алып бара.


Түрә алдында күптәр ҡуштанлана, бүләк биреүсе әҙәм менән һәр кем дуҫ була.


Йәшереп бирелгән бүләк – асыуҙы, ҡуйынға тығылған ришүәт ярһыуҙы баҫыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan