Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 32:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 32:10
33 Iomraidhean Croise  

– Бына мин хозурыңда ни бары көл-туҙан бер әҙәммен, – тине Ибраһим. – Шулай ҙа бөйөк Хакимымдан һорарға баҙнат итәм:


Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине: – Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Бөгөн юлымды хәйерле ит, хужамды ярҙамыңдан ҡалдырма!


– Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе.


Раббы Яҡупҡа: – Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам.


Хәҙер минең эре һәм ваҡ малым, ишәктәрем, ҡолдарым һәм ҡолиәләрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, ыңғай ҡарашыңа өмөт итәм».


Яҡуптың ҡото осто, ҡаушап төштө. Үҙе менән булған кешеләрен, мал-тыуарын, дөйәләрен ике тупламға бүлде.


Һинең хозурыңдан сыҡһын миңә хөкөм; Күҙең кем хаҡлы икәнде күрһен.


Бары тик Ул ғына ҡаям, Ҡотҡарыусым, Ул минең ҡәлғәм һәм мин сайҡалмам.


Әҙәм заты нимә инде? Ә Һин уның хаҡында уйлайһың! Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең?


Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип, Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни?


Сөнки Һин бөйөкһөң, Мөғжизәләр ҡылыусыһың. Яңғыҙ Һин генә Аллаһың!


Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Раббының тоғро һөйөүе хаҡында һөйләрмен, Маҡтауға лайыҡ ғәмәлдәре, Ул беҙгә эшләгән барыһы өсөн Уны данлармын, Үҙенең рәхим-шәфҡәте, бөйөк мөхәббәте менән Исраил халҡына күрһәткән ҙур изгелеген маҡтармын!


Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең.


Аллаң Раббыны иҫеңдә тот, сөнки Ул һиңә байлыҡ табырға көс бирә – ата-бабаларың менән антлашып төҙөгән килешеүҙе шул рәүешле Ул бөгөнгәсә үтәп килә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan