Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 31:34 - Башкирский ВЗ (неполный)

34 Ул арала Рәхилә илаһ һындарын алып, дөйә эйәре аҫтына тыҡты ла үҙе өҫтөнә менеп ултырҙы. Атаһы сатырҙа ни тиклем аҡтарынһа ла, илаһтарҙы тапманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

34 Ул арала Рәхилә илаһ һындарын дөйә эйәре аҫтына алып тыҡты ла үҙе өҫтөнә менеп ултырҙы. Атаһы сатырҙа ни тиклем аҡтарынһа ла, илаһтарҙы тапманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 31:34
8 Iomraidhean Croise  

Яҡуп бала-сағалары менән ҡатындарын дөйәләргә мендерҙе,


Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.


Лаван Яҡуптың да, Лиәнең дә, ике хеҙмәтсе ҡатындың да сатырҙарын ҡарап сыҡты, әммә бер нәмә лә тапманы. Лиәнең сатырынан сыҡҡас, ул Рәхиләнең сатырына инде.


Рәхилә уға: – Асыуланма, атай, мин ҡатын-ҡыҙ ауырыуы менән ауырығанлыҡтан, тора алмайым, – тине. Лаван бөтә ерҙә эҙләһә лә, бер ни ҙә тапманы.


Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарыһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.


Ағынтыһы булған әҙәм ултырып йөрөгән нәмә нәжес һаналыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan