22 Өсөнсө көндө Лаванға Яҡуптың ҡасып киткәнен әйттеләр.
Лаван улдары менән, көтөүҙәрен алып, Яҡуптан өс көнлөк юл алыҫлығына ситкә китте. Яҡуп иһә ҡайныһының ҡалған ваҡ малын көттө.
Ул бөтә мал-мөлкәтен алып, Евфрат йылғаһын аша сыҡты ла Ғилғәд тауҙарына табан йүнәлде.
Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан баҫтыра төштө. Ете көндән һуң ул уны Ғилғәд тауҙарында ҡыуып етте.