Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 31:11 - Башкирский ВЗ (неполный)

11 Алланың фәрештәһе миңә төшөмдә: «Яҡуп», – тип өндәште. «Эйе», – тинем мин.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Алланың фәрештәһе миңә төшөмдә: «Яҡуп», – тип өндәште. «Эйе», – тинем мин.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 31:11
21 Iomraidhean Croise  

Мамре ағаслығы янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:


Раббы былай тине: – Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни!


Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.


Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.


Раббы фәрештәһе, күктән тағы тауыш биреп, Ибраһимға икенсе тапҡыр өндәште:


Бер ваҡыт мал ҡасҡан ваҡытта кәзәләрҙе ҡасырған тәкәләр гел буйлы, ала йәки сыбар, имеш, тип төш күргәйнем.


Мин – Бейт-Илдәге Алла бит, таш бағанаға зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт».


Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!


һәм уларға былай тине: – Күреп торам: атайығыҙҙың миңә мөнәсәбәте элекке кеүек түгел. Әммә атайымдың Аллаһы минең менән.


Бер ваҡыт Йософ төш күрҙе. Уны ағаларына һөйләгәс, улар уны тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы.


Шул төндө Алла күренмештә: – Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште. – Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп.


Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе.


Ул саҡта Раббыға өндәшерһең – Ул һиңә яуап ҡайтарыр; Ярҙам һорап саҡырырһың, Ул: „Мин бындамын“, – тип әйтер. Башҡаларға кейҙергән ҡалыпты емереп ташлаһаң,, Бармаҡ төртөп яла яғыуҙан туҡтаһаң;


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan