Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 31:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында: – Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! – тип һөйләгәнен ишетеп ҡалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында: – Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! – тип һөйләгәнен ишетеп ҡалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 31:1
23 Iomraidhean Croise  

Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе.


Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.


Лаван Яҡупҡа былай тип яуап бирҙе: – Был ҡатындар – минең ҡыҙҙарым, балалар – минең ейәндәрем, мал – минең малым. Бында һинең күҙ алдыңдағы бөтә нәмә – минеке. Ҡыҙҙарымды, ейәндәремде ҡыйырһыта буламмы ни?


Мысырҙа минең ниндәй бөйөк һәм шөһрәтле кеше икәнемде атайыма еткерегеҙ. Нимәләр күргәнегеҙҙе һөйләгеҙ ҙә атайымды тиҙерәк бында килтерегеҙ!


Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.


Яуыз бәндә әсә ҡарынынан алып аҙғын, Тыуғанынан алып юлдан яҙған, һөйләй ялған.


Тыныс күңел – тәнгә сихәт, көнсөллөк һөйәктәрҙе серетә.


Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр?


Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Ана, үлеләр донъяһы боғаҙ кирҙе, Ауыҙын сикһеҙ киң итеп асты: Йәрүсәлимдең арҙаҡлылары ла, ябай халҡы ла, Кәйеф-сафа һөйөүселәр ҙә – барыһы шунда олағыр.


Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.


Кешеләр һинең хаҡта һөйләгәндә: „Әсәһе ниндәй булһа, ҡыҙы ла шундай“ тигән мәҡәлде иҫенә төшөрәсәк.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan