Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 30:43 - Башкирский ВЗ (неполный)

43 Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

43 Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 30:43
18 Iomraidhean Croise  

Сарая арҡаһында фирғәүен Ибрамға яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары менән ҡолиәләре һәм дөйәләре ишәйеп китте.


Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине.


Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.


Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?


Ә инде хәлһеҙ малдар ҡасҡанда ботаҡтарҙы һалманы. Шулай итеп, насар мал Лаванға, ә яҡшы мал Яҡупҡа булды.


Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында: – Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! – тип һөйләгәнен ишетеп ҡалды.


Әгәр ҙә мәгәр ата-бабам Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.


Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


ике йөҙ кәзә, егерме кәзә тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе,


Хәҙер минең эре һәм ваҡ малым, ишәктәрем, ҡолдарым һәм ҡолиәләрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, ыңғай ҡарашыңа өмөт итәм».


Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.


Байлыҡтары артҡандан-арта барып, уларға бергә йәшәүе тығыҙ була башлағайны: урынлашҡан ерҙәре мал-тыуарҙарына етмәне.


Ир һәм ҡатын ҡолдар һатып алдым, өйөмдә тыуған ҡолдарым да бар ине. Миңә тиклем Йәрүсәлимдә хакимлыҡ иткәндәрҙең һәммәһенекенән дә күберәк эре һәм ваҡ мал йыйҙым.


Ҡырҙан утын ташымаҫтар, урман ҡырҡмаҫтар, сөнки яғыу өсөн тик ҡоралдарын файҙаланырҙар. Улар үҙҙәренең малдарын тартып алғандарҙың малдарын тартып алырҙар, үҙҙәрен талағандарҙы таларҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan