4 Рәхилә Яҡупҡа ҡол ҡыҙ Билһаны йәриә итеп бирҙе. Яҡуп уның менән йоҡланы,
Сарая Ибрамға: – Раббы миңә бала бирмәне инде. Һин минең хеҙмәтсем менән йоҡлап ҡара, бәлки, ул миңә бала табып бирер, – тине. Ибрам Сараяның һүҙен тыңланы.
Ибраһимға: – Был ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Уның улы минең Исхағым менән бер тиң тороп һинең вариҫың булмаһын! – тине.
Бынан башҡа Нахорҙың Реума исемле йәриәһе уға Тевахты, Гахамды, Тахашты һәм Мағаханы тапты.
Ибраһим тағы өйләнде, ҡатынының исеме Ҡытура ине.
Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр биреп ризалатты ла әле үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙаллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты.
ә Рәхиләгә хеҙмәтсе итеп ҡол ҡыҙ Билһаны бирҙе.
Билһа ауырға ҡалды ла Яҡупҡа ир бала табып бирҙе.
Уларҙы шулай теҙеп ҡуйҙы: алда – балалары менән йәриәләре, улар артында – балалары менән Лиә, уларҙан һуң – Рәхилә менән Йософ.
Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине.
Былар Лавандың ҡыҙы Рәхиләгә биргән Билһатан тыуған балалар. Билһа Яҡупҡа бөтәһе ете бала тапты.