21 Һуңынан Лиә ҡыҙ ҙа табып алды, исеме Динә булды.
Шунан Лиә былай тине: – Раббы йомарт бүләкләне мине, хәҙер ирем мине хөрмәтләр инде, мин уға алты ул табып бирҙем бит. Улына Зевулун тип исем ҡушты.
Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе.
Хамор менән Шәхәмде лә һуйып, Шәхәмдең өйөнән Динәне алып сығып киттеләр.
Былар Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары. Лиә уларҙы һәм ҡыҙы Динәне Паддан-Арамда тапҡайны. Яҡуптың улдары һәм ҡыҙҙары йәмғеһе утыҙ өс кеше ине.