Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 30:20 - Башкирский ВЗ (неполный)

20 Шунан Лиә былай тине: – Раббы йомарт бүләкләне мине, хәҙер ирем мине хөрмәтләр инде, мин уға алты ул табып бирҙем бит. Улына Зевулун тип исем ҡушты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

20 Шунан Лиә былай тине: – Алла йомарт бүләкләне мине, хәҙер ирем мине хөрмәтләр инде, мин уға алты ул табып бирҙем бит. Улына Зевулун тип исем ҡушты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 30:20
15 Iomraidhean Croise  

Һуңыраҡ тағы ауырға ҡалды, йәнә улы тыуҙы. – Хәҙер инде ирем миңә йәбешеп ятыр, – тине ул, – мин бит уға өс ул табып бирҙем. Улын Леви тип атаны.


– Иремде һалдырып алыуың етмәгән, хәҙер инде минең улым тапҡан һөйҙөргөстө лә алырға итәһеңме? – тине Лиә. – Улыңдың һөйҙөргөсө өсөн бер төнгә һиңә Яҡупты бирәм, – тине Рәхилә, – ул бөгөн төндә һинең менән йоҡлаһын.


Лиә, тағы ауырға ҡалып, Яҡупҡа алтынсы ул табып бирҙе.


Һуңынан Лиә ҡыҙ ҙа табып алды, исеме Динә булды.


Иң ҙур ҡалым, иң бай бүләктәр һорағыҙ – бер ни йәл түгел, тик ҡыҙығыҙҙы миңә кәләш итеп бирегеҙ.


Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.


Зевулундың улдары: Сәрәд, Элон һәм Яхлеил.


Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында. Караптар туҡтай торған урында. Ерҙәренең сиге һуҙылыр Сидонға ҡәҙәр.


Сөнки Һин язалағанды һаман эҙәрләйҙәр, Һин яра һалғандарҙың әрнеүенән көлөп һөйләйҙәр.


Әгәр ҙә ҡыҙҙың атаһы уны был кешегә бирергә теләмәһә, мәсхәрәләгән ир ҡыҙ өсөн, ғиффәтле ҡыҙҙарға тейешле мәһәр аҡсаһын барыбер түләргә тейеш.


Ә былары ҡарғыш әйтеү өсөн Ғевал тауында торорға тейеш: Рәүвән, Ғад, Ашер, Зевулун, Дан, Нафтали.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan