Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 3:15 - Башкирский ВЗ (неполный)

15 Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 3:15
48 Iomraidhean Croise  

Дан йылан булыр юлда ятҡан, юлға сығып ятҡан ағыулы йылан. Аңғармаҫтан сағыр аттың аяғын, һыбайлыһы арҡаһына йығылыр.


Шуға күрә уға бөйөктәр араһында өлөш бирермен, Яумалды көслөләр менән бүлешер, Сөнки йәнен фиҙа ҡылды, Енәйәтселәр менән тиң һаналды. Бик күптәрҙең гонаһын үҙенең өҫтөнә алды, Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды».


Шуға күрә Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына, йәш ҡатын ауырға ҡалып ир бала табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.


Эй юлдан яҙған ҡыҙ, Ҡасанғаса ҡаңғырып йөрөрһөң? Раббы донъяла яңы бер нәмә бар ҡылды: Ҡатын ирҙе эҙләйәсәк.


Алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үткәс, мәсехләнгән хакимдың ғүмере киҫелер, уның менән бер кем ҡалмаҫ. Ҡала ла, Изге торлаҡ та киләһе хакимдың халҡы тарафынан тар-мар ителер. Алдан билдәләп ҡуйылған был һәләкәт туфан кеүек булыр, һуғыш бөткәнсе афәт дауам итер.


Кармәл тауының башына ҡасһалар, Унда ла эҙләп табып тотормон. Күҙ алдымдан йыраҡҡа, диңгеҙ төбөнә йәшенһәләр, Йыланға бойорормон, уларҙы саҡһын.


Хаҡтыр: йөклө ҡатын балаһын тапҡанға Һәм исраилдар янына барлыҡ туғандары Әйләнеп ҡайтҡанға тиклем Раббы исраилдарҙы дошман ҡулына тапшырыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan