Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 29:31 - Башкирский ВЗ (неполный)

31 Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

31 Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 29:31
26 Iomraidhean Croise  

Сарая түлһеҙ булды, бала таба алманы.


Ибрамдың ҡатыны Сарая бала тапманы. Хәжәр исемле бер мысыр ҡыҙы уның хеҙмәтсеһе ине.


Ә быға тиклем Раббы, Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында, Авимәләхтең йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны.


Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды.


Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!»


Яҡуп Рәхилә менән йоҡланы, уны ул Лиәгә ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Рәхилә өсөн ул Лаванда тағы ете йыл эшләне.


Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр.


Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе.


Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.


Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Ғаязды иһә күрәлманым. Уның тауҙарын бушлыҡҡа әйләндерҙем, биләмәһен сүл бүреләренә бирҙем.


Әгәр берәй кешенең ике ҡатыны булһа һәм береһен яратып, икенсеһен яратмаһа, ул ҡатындарҙың икеһе лә унан ул тапһа, ә беренсе ир балаһы яратмаған ҡатынынан тыуһа,


Шулай итеп, Боғаз Рутҡа өйләнде. Улар ҡушылғандан һуң, Раббының рәхмәте менән Рут ауырға ҡалды һәм малай тапты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan