19 – Ярай, – тине Лаван, – сит кешегә биргәнсе, һиңә сыҡһын; йәшә миндә.
Яҡуп Рәхиләгә ғашиҡ булды һәм Лаванға: – Мин кесе ҡыҙың Рәхилә өсөн һиңә ете йыл эшләрмен, – тине.
Яҡуп Рәхилә өсөн ете йыл эшләне, әммә был ете йыл уға ете көн һымаҡ та булманы – ул ҡыҙҙы шулай ныҡ ярата ине.
Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?
Мин һораным: – Эй Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.
– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.
Өйләнегеҙ һәм улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ тыуһын. Улдарығыҙға кәләш алығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә бирегеҙ. Уларҙың да улдары һәм ҡыҙҙары тыуһын. Унда ишәйегеҙ, кәмемәгеҙ.