17 Лиәнең күҙе зәғиферәк, ә Рәхилә төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине.
Мысырға етеп килгәндә, ҡатыны Сараяға былай тине: – Мин беләм, һин бик матур ҡатынһың.
Ибрам Мысырға килеп еткәс, Мысыр кешеләре, ысынлап та, Сараяның ифрат һылыу икәнен күрҙеләр.
Ул төҫкә-башҡа бик һылыу, әле кейәүгә бармаған ғиффәтле ҡыҙ ине. Ҡоҙоҡ янына төшөп көршәгенә һыу алды ла кире боролдо.
Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас: – Һеңлем ул минең, – тип яуап бирҙе. Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты, сөнки Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә уны үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы.
Лавандың ике ҡыҙы бар ине, өлкәне – Лиә, ә кесеһе Рәхилә исемле.
Яҡуп Рәхиләгә ғашиҡ булды һәм Лаванға: – Мин кесе ҡыҙың Рәхилә өсөн һиңә ете йыл эшләрмен, – тине.
Яҡуп Рәхилә менән йоҡланы, уны ул Лиәгә ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Рәхилә өсөн ул Лаванда тағы ете йыл эшләне.
Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе.
Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин.
Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы – хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине. Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине.
– Ә минең Рәхиләм, – тип дауам итте Яҡуп, – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡәнғәндә, Әфраҫанан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда – Әфраҫа юлында, йәғни Бейт-Ләхәмдә ерләнем.
Мөләйемлек алдаҡсы, матурлыҡ буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ.
Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде».