16 Лавандың ике ҡыҙы бар ине, өлкәне – Лиә, ә кесеһе Рәхилә исемле.
Лаван уға: – Туғаным булғас та, һин миңә бушҡа эшләмәҫһең бит инде? – тине. – Нимә менән түләргә икәнлеген әйт.
Лиәнең күҙе зәғиферәк, ә Рәхилә төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине.
Лиә, тағы ауырға ҡалып, Яҡупҡа алтынсы ул табып бирҙе.
Яҡуп, көтөүебеҙ йөрөгән яланға килһендәр тип, Рәхилә менән Лиә артынан кеше ебәрҙе
Уларҙы шулай теҙеп ҡуйҙы: алда – балалары менән йәриәләре, улар артында – балалары менән Лиә, уларҙан һуң – Рәхилә менән Йософ.
Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.
Былар Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары. Лиә уларҙы һәм ҡыҙы Динәне Паддан-Арамда тапҡайны. Яҡуптың улдары һәм ҡыҙҙары йәмғеһе утыҙ өс кеше ине.
Ибраһим менән ҡатыны Сара ла, Исхаҡ менән ҡатыны Рабиға ла шунда дәфен ҡылынған, мин Лиәне лә шунда ҡуйҙым.
Ҡапҡа янында торған кешеләр һәм аҡһаҡалдар быны раҫланы: – Беҙ шаһитбыҙ! Раббы һинең өйөңә ингән ҡатынды Исраил йортон ҡорған Рәхилә менән Лиә һымаҡ итһен! Әфраҫала ҡеүәтле бул, Бейт-Ләхәмдә исемең дан ҡаҙанһын!