1 Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте.
Шунан ул хужаһының көтөүенән ун дөйә, шулай уҡ төрлө зиннәтле әйберҙәр алды ла Нахор йәшәгән ҡалаға – Арам-Наһараимға сәфәр сыҡты.
Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.
Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр биреп ризалатты ла әле үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙаллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты.
Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.
шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Эл-Бейт-Эл тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.
Әйҙә икмәгеңде шат күңел менән аша, шарабыңды ҡыуаныс менән эс: инде Алла һинең ғәмәлдәреңде хуш күрә!
Яҡуп Арам еренә ҡасып киткәйне, Исраил ҡатыны хаҡына эшләгәйне – Мал көткәйне.
Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. «Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!» – тине.