Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 28:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 28:3
23 Iomraidhean Croise  

Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ».


Тоҡомоңды ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, нәҫел-ырыуы ишле булыр. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр.


Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр: – Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ, Мең булһын, ун мең булһын! Һинең балаларың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолаһын!


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Исхаҡ, ҡаушауынан ҡалтыранып: – Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? – тип һораны. – Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде.


Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!


«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.


Йософҡа былай тине: – Бер ваҡыт Лузда, Ҡәнғән ерендә, миңә сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла күренде. Фатихаһын биреп, Ул:


«Мин һинең тоҡомоңдо үрсемле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелеккә һинең нәҫел-ырыуыңа бирәм», – тип әйтте.


Ул атайыңдың Аллаһы, Ул ярҙамын бирер, Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе – фатиха бирер. Ул фатиха яуыр асмандан, Ул фатиха ҡалҡыр упҡындан һәм дә имсәк менән ҡарындан.


Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе: – Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм!


Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.


Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.


Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла» исеме менән күрендем, ләкин уларға Үҙемдең «Раббы» исемем менән асылманым.


Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan