10 Яҡуп, Беер-Шәвәғтән китеп, Харанға табан юл алды.
Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар.
Ибрам, Раббы бойорғанса, юлға сыҡты. Лут та уның менән бергә китте. Харандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине.
Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.
Исхаҡ бынан Беер-Шәвәғкә күсте.
Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харанға ҡас.
– Һеҙ ҡайҙан, туғандар? – тип һораны Яҡуп көтөүселәрҙән. – Харандан, – тип яуап бирҙе улар.
Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.
Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.
шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Эл-Бейт-Эл тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.
Исраил, бөтә мөлкәтен йыйып алып, юлға сыҡты. Беер-Шәвәғкә килеп еткәс, ул атаһы Исхаҡтың Аллаһына бағышлап ҡорбан салды.
Раббы Мусаға: – Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың менән бынан китегеҙ. Мин Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа, тоҡомоғоҙға бирәм, тип ант иткән ергә барығыҙ, – тине. –
Яҡуп Арам еренә ҡасып киткәйне, Исраил ҡатыны хаҡына эшләгәйне – Мал көткәйне.