Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 27:28 - Башкирский ВЗ (неполный)

28 Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Раббы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

28 Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә, Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Алла.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 27:28
33 Iomraidhean Croise  

Исхаҡ былай тип яуап бирҙе: – Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә ағай-энене уға ҡол иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?


ә атаһы Исхаҡ уға былай тине: – Йәшәгән төйәгең күктең ысығы һуғарған, Уңдырышлы ерҙән алыҫ булыр.


Ҡайтып, атайығыҙҙы һәм бөтә ғаиләгеҙҙе алып, бында кире әйләнеп килһендәр. Мин уларға Мысырҙың иң яҡшы ерҙәренән урын бирермен. Тупрағы май һымаҡ ерҙәрҙең емештәрен ашап йәшәрһегеҙ.


Ашерҙың ризығы мул булыр, Батшалар унан һыйланыр.


Ул атайыңдың Аллаһы, Ул ярҙамын бирер, Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе – фатиха бирер. Ул фатиха яуыр асмандан, Ул фатиха ҡалҡыр упҡындан һәм дә имсәк менән ҡарындан.


«Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».


Күк менән ерҙе яратҡан Раббы Фатихалаһын һеҙҙе Сиондан.


Асыуыңдан тыйыл, ярһыуыңды ташла, Көнсөл булма – улар әҙәмде яҡшыға илтмәй.


Батшаның ярһыуы гүйә арыҫлан ырылдауы, ә илтифаты үләндәге ысыҡ һымаҡ.


Уның аҡылы менән упҡындар убыла; болоттар ергә ямғыр яуҙыра.


Эй күк, юғарынан ғәҙеллек түк – Болоттарҙан ямғыр һымаҡ яуһын. Ер асылһын да ҡотолоу ҡалҡып сыҡһын, Уның менән бергә хаҡлыҡ шытып үҫһен. Ошоларҙың бөтәһен дә бар ҡылған Раббы Мин».


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән үҙе ямғыр ҡоя? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Раббы халҡына былай тип яуап бирер: «Бына Мин һеҙгә ашлыҡ, яңы шарап, Зәйтүн майы бирермен. Шуларҙы туйғансы ашап-эсерһегеҙ. Башҡаса ҡәүемдәр араһында Һеҙҙе оятҡа ҡалдырмам.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.


Именлектә сәсерҙәр, йөҙөмдәре емеш, ерҙәре уңыш бирер, күктән ысыҡ төшөп торор. Быларҙың барыһын да һөргөндән әйләнеп ҡайтҡан халыҡҡа мөлкәт итеп тапшырырмын.


Ниндәй күркәм һәм мул буласаҡ ил! Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар туйғансы икмәк ашап, Яңы шарап эсеп һау-сәләмәт үҫер.


Йәшәгән ерҙәре уңайлымы, түгелме? Ҡалалары ниндәй? Халҡы ауылдарҙа йәшәйме, нығытмалы ҡалаларҙамы?


Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм.


Нәсихәтем ямғыр һымаҡ яуһын, Ысыҡ кеүек төшһөн телмәрем; Йәшеллеккә яуған ләйсән булһын, Ҡойма ямғыр – үләндәргә ҡойған.


Йософ тураһында әйтте: – Раббы уның ерен күк байлығы – ысыҡ, Ер аҫтында ятҡан тәрән һыуҙар,


Исраил имендә йәшәй, Күктәр ысыҡ ысыҡҡа һуғарған Игенгә һәм шарапҡа бай ерҙә Яҡуп нәҫеле бер үҙе ғүмер итә.


Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan