24 – Һин ысынлап та улым Ғаязмы? – тип һораны. – Эйе, мин, атай, – тине тегеһе.
Яҡуптың ҡулдары Ғаяздыҡы кеүек йөнтәҫ булғанлыҡтан, уны таныманы, фатихаһын бирә башлап:
– Һыйыңды бир, улым, ашайым да һине фатихалайым. Яҡуп атаһына ашарға һыйын, эсергә шарабын бирҙе. Исхаҡ ашаны-эсте.
Хаҡ һүҙҙең ғүмере – мәңгелек; ялғандың ғүмере – бер күҙ асып йомған ара.
Ялғансы тел Раббы өсөн ерәнгес, намыҫлы эш иткәндәрҙе Ул күркәм күрә.
алдаҡ менән юҡ-бар һүҙҙе яҡын юлатма, хәйерселек тә, байлыҡ та бирмә миңә, миңә көндәлек икмәгемде бир.
Былай итегеҙ: һәр кем үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда хөкөм ҡылғанда ғәҙеллеккә һәм именлеккә ынтылығыҙ.