2 Исхаҡ былай тине: – Мин ҡартайҙым инде, күпме йәшәрмен – белмәйем.
Ҡоралыңды – уҡ-һаҙағыңды алып, яландан ҡыр йәнлеге атып алып ҡайт әле.
Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –
Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.
Иртәгәһе көн менән маҡтанма, һин уның нимә килтеререн белмәйһең.
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең», – тине.
– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.