Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 26:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 26:3
42 Iomraidhean Croise  

Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.


Бар, был ерҙәрҙе арҡырыға-буйға йөрөп сыҡ, сөнки Мин уларҙы һиңә бирәсәкмен.


Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне.


Ибраһим вафат булғандан һуң Раббы уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.


Был илгә күсеп килгәс, Исхаҡ иген сәсте. Раббының рәхмәте төшөп, ул йылда Исхаҡ йөҙ тапҡыр арттырып уңыш алды.


Уның эреле-ваҡлы малдары, хеҙмәтселәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Раббы Яҡупҡа: – Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам.


Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа, Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә.


Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.


Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Әммә Раббы ҡөҙрәтен күрһәтер өсөн Исеме хаҡына йолоп алды.


Ҡамышлы диңгеҙгә янаны – һыуы ҡороно; Тәрәнлектән сүл өҫтөндәгеләй алып сыҡты.


Бөтөн донъя тетрәнһен Раббынан, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр Уның алдында ҡалтырап торһон.


Раббы, мәхрүм итмә мине рәхим-шәфҡәтеңдән! Мөхәббәтең менән тоғролоғоң һәр саҡ ҡурсалаһын!


Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө.


Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.


Улар менән килешеү төҙөштөм Мин, Ҡәнғән ерен – улар илгиҙәр булып ил гиҙеп йөрөп килеп ултырған ерҙе – бирергә һүҙ нығыттым.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Ҡурҡма, Мин һинең менәнмен! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.


Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең.


Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan