Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 26:28 - Башкирский ВЗ (неполный)

28 – Раббының һинең менән булғанын күреп торабыҙ, – тине улар, – шуға күрә беҙ, бер-беребеҙгә ант итешеп, килешеү төҙөйөк тип уйланыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

28 – Раббының һинең менән булғанын күреп торабыҙ, – тине улар, – шуға күрә беҙ, бер-беребеҙгә ант итешеп, килешеү төҙөйөк, тип уйланыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 26:28
21 Iomraidhean Croise  

күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма!


Әгәр инде туғандарыма барып та, ҡыҙҙарын бирмәһәләр, ул саҡта биргән антыңдан азат булырһың».


Әйҙә, үҙ-ара килешеү төҙөйөк, ул беҙҙең арала шаһит булһын.


Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.


Шунан башлап Йософ арҡаһында Раббы уны ла фатихаланы – Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла һәр йәһәттән эше уң барҙы.


Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».


Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.


Һеҙ иһә Раббының ҡаһиндары тип аталырһығыҙ, Аллабыҙҙың хеҙмәтселәре тип йөрөтөрҙәр һеҙҙе. Ҡәүемдәрҙең байлығы менән файҙаланырһығыҙ, Уларҙан килгән мал-мөлкәт менән маҡтанырһығыҙ.


Тоҡомдары ҡәүемдәр араһында мәшһүр булыр, Заттары халыҡтар араһында танылыр. Уларҙы күргән һәммәһе аңлар: Был – Раббы фатихалаған халыҡ».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan