8 Ул, оҙон ғүмер һөрөп, фани донъя рәхәтен күреп, ата-бабаларына ҡушылды.
Ә һин, оҙон ғүмер кисергәндән һуң, тыныс күңел менән аталарың янына күсерһең.
Исмәғил йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне, шунан һуңғы һулышын алды һәм ата-бабаларына ҡушылды.
Ибраһим йөҙ ҙә етмеш биш йыл йәшәне.
Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бен-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө – Бинйәмин тип атаны.
Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.
Яҡуп, улдарына васыят әйтеп, былай тип бойорҙо: – Оҙаҡламай мин үлеп ата-бабаларыма ҡушылырмын. Мине ата-бабаларым янына, хитти Ғәфрон баҫыуындағы мәмерйәлә ерләгеҙ.
Улдарына ошо васыяттарын әйтеп бөткәндән һуң, Яҡуп түшәгенә һуҙылып ятты ла, һуңғы һулышын алып, халҡының ата-бабалары менән ҡушылды.
уны Ҡәнғәнгә алып ҡайтып, Мамре ҡаршыһындағы Махпела баҫыуында булған мәмерйәлә дәфен ҡылдылар. Был мәмерйәне Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп баҫыуы менән бергә һатып алғайны.
Ҡеүәт – егеттәрҙең ғорурлығы, сал сәстәр иһә – ҡарттарҙың шөһрәте.
Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым». Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.
– Һарундың үлеп ата-бабалары янына күсер ваҡыты етте. Мерива һыуҙары буйында бойороғома ҡаршы килгәнегеҙ өсөн Һарун Мин Исраил халҡына бирәсәк ергә аяҡ баҫмаясаҡ.
Уны күргәндән һуң, ағайың Һарун кеүек, һин дә ата-бабаларың менән ҡауышырһың.
Ағайың Һарун, Һор тауында вафат булып, ата-бабалары янына күскән кеүек, һин дә менгән тауыңда үлеп, ата-бабаларыңа ҡушылырһың.