Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 25:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр биреп ризалатты ла әле үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙаллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр бирҙе лә үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙ аллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 25:6
18 Iomraidhean Croise  

Сарая хеҙмәтсеһен – мысыр ҡыҙы Хәжәрҙе – иренә йәриә итеп бирҙе. Был ваҡытта Ибрамдың Ҡәнғәнгә килеп урынлашыуына ун йыл самаһы үткәйне.


Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.


Ибраһим тағы өйләнде, ҡатынының исеме Ҡытура ине.


Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте.


Рәхилә Яҡупҡа ҡол ҡыҙ Билһаны йәриә итеп бирҙе. Яҡуп уның менән йоҡланы,


Ул арала Лиә, үҙенең бала тапмаҫын белеп, хеҙмәтсеһе Зилпаны Яҡупҡа йәриә итеп бирҙе.


Яҡуп төндә тороп ике ҡатынын, ике йәриәһен, ун бер улын алды ла Яббоҡ йылғаһын кисеп сыҡты.


Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan