57 – Ҡыҙҙы саҡырып һорайыҡ, ул ни әйтер, – тинеләр.
– Тотҡарламағыҙ инде, – тине хеҙмәтсе. – Раббы юлымды хәйерле иткән икән, ебәрегеҙ мине, ҡайтайым хужама.
Рабиғаны саҡырҙылар ҙа: – Ошо кеше менән китәһеңме? – тип һоранылар. – Китәм, – тине ул.
Селофхад ҡыҙҙары тураһында Раббы бына нимә тип бойора: «Улар күңелдәре тартҡан кешенең ҡатыны була ала, ләкин исраилдарҙың биләмәләре бер ырыуҙан икенсеһенә күсмәһен өсөн үҙ ата-бабалары ырыуы кешеһенә генә кейәүгә сығырға тейеш, сөнки һәр кем үҙ ата-бабалары ырыуы биләмәләренә бәйле булырға тейеш.