4 Минең тыуған илемә, туғандарым янына барып, улыма ҡатынды шунан алып ҡайт.
Терах тыуғандан һуң, Нахор йөҙ ҙә ун туғыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.
Раббы Ибрамға былай тине: – Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит.
Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.
ә уның тыуған яғына барып, үҙенең нәҫел-нәсәбе араһынан алып ҡайтырға ҡушты.
Хеҙмәтсеһе унан: – Әгәр ул ҡыҙ минең менән был илгә килергә теләмәһә, ни эшләргә? Мин улыңды үҙең килгән илгә алып китергә тейеш буламмы? – тип һораны.
Исхаҡ Яҡупты саҡырып алды ла, уға фатихаһын биреп, өгөт-нәсихәтен әйтте: – Ҡәнғән ҡыҙҙарына өйләнәһе булма.
Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Беҫуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән.