26 Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыны данланы:
– Ошонда ишәк янында тороп тороғоҙ, – тине ул хеҙмәтселәренә. – Ә беҙ улым менән барып Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ ҙа кире янығыҙға килербеҙ.
Беҙҙә малға аҙыҡ та, һалам да етерлек, йоҡларға ла урын табылыр.
Үҙем Раббы алдына эйелеп сәждә ҡылдым. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр иттем.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.
Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын!
Улар күктәргә ҡаршы дәғүә белдерә, Телдәре донъяны иңләп гиҙә.
Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.
һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды, – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.
Муса йәһәт кенә ергә ятып сәждә ҡылды
Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.
Раббы алдына нимә менән баҫырмын, Юғарыларҙан Юғарыға нисек сәждә ҡылырмын? Тотош яндырыу ҡорбандары, Бер йәшлек башмаҡ килтерепме?