Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 23:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 – Мин һеҙҙең арала килмешәк һәм ҡунаҡ ҡынамын. Мәрхүмә ҡатынымды дәфен ҡылыу өсөн миңә биләмә итеп зыярат урыны һатһағыҙ ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 – Мин һеҙҙең арала килмешәк һәм ҡунаҡ ҡынамын. Мәрхүмә ҡатынымды дәфен ҡылыу өсөн миңә биләмә итеп зыярат урыны һатһағыҙ ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 23:4
21 Iomraidhean Croise  

Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


– Рәхим итә күр, әфәндебеҙ! – тине хиттиҙәр. – Һин хөрмәтле, Алланың һөйөклө бәндәһе. Мәрхүмәңде беҙҙең төрбәләребеҙҙең иң яҡшыһына ҡуй, беҙҙең беребеҙ ҙә һиңә ҡәбер урыны биреүҙән баш тартмаҫ.


Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.


Был мәмерйә Ҡәнғән ерендә, Мамре янында, Махпела баҫыуында булыр, ә ул баҫыуҙы ҡартатайым Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп һатып алған.


уны Ҡәнғәнгә алып ҡайтып, Мамре ҡаршыһындағы Махпела баҫыуында булған мәмерйәлә дәфен ҡылдылар. Был мәмерйәне Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп баҫыуы менән бергә һатып алғайны.


Раббы, мәхрүм итмә мине рәхим-шәфҡәтеңдән! Мөхәббәтең менән тоғролоғоң һәр саҡ ҡурсалаһын!


Сиппора ауырға ҡалып бер ул тапты. Муса улына Гершом тип исем ҡушты, «Мин сит ерҙә килмешәк булдым», – тине.


Бейек урындарҙан ҡурҡырһың, юлдағы дәһшәттән хафаланырһың. Баҙам ағасы сәскә атыр; сиңерткәләрҙең кәүҙәһе ауырайыр; каперс ҡыуағы ҡойолоп төшөр. Ул көндө кеше мәңгелек йортона китер һәм һыҡтап оҙатыусылар урамдарҙа өйөрөлөр.


Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.


Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ.


Ерегеҙ бөтөнләйгә һатылмаһын, сөнки ул Минеке. Һеҙ – бары тик килмешәк һәм Минең ҡунағымһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan