Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 22:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

17 Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 22:17
50 Iomraidhean Croise  

Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Тоҡомоңды ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.


Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр.


Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр: – Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ, Мең булһын, ун мең булһын! Һинең балаларың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолаһын!


Ибраһим вафат булғандан һуң Раббы уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.


Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!


Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит!


Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал –


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Тоҡомоғоҙ – ҡом һымаҡ күп, Балаларығыҙ ҡом бөртөгө кеүек хисапһыҙ булыр; Исемдәре онотолмаҫ, Минең хозурымдан юҡҡа сыҡмаҫ ине».


Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең.


Ҡолом Дауыттың тоҡомон һәм Миңә хеҙмәт иткән левиҙәрҙе һанап бөтмәҫлек күк есемдәре һәм үлсәп булмаҫлыҡ диңгеҙ ҡомо һымаҡ ишәйтермен».


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Ир туғандарығыҙға: «Амми», ә ҡыҙ туғандарығыҙға «Рухама» тип өндәшегеҙ.


Сөнки Самарияның яралары уңалмаҫ, Уның сире Йәһүҙәгә лә килде, Халҡым йәшәгән Йәрүсәлимдең Ҡапҡаларынаса барып етте.


Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ифрат ишәйтте һәм һеҙ бөгөн күктәге йондоҙҙар һымаҡ күпһегеҙ.


Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙҙе әлегенән мең тапҡырға күберәк итеп үрсетһен дә, һеҙгә нисек әйткән булһа, шулай фатихаһын бирһен.


Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Раббы Аллаң күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте.


Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.


Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңлаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын үтәһәгеҙ һәм Аллағыҙ Раббы хуш күргән ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, барыһы ла шулай булыр.


ата менән әсә улдарын үҙҙәре йәшәгән ҡала ҡапҡаһы алдына аҡһаҡалдарға алып килһен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan