Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 22:15 - Башкирский ВЗ (неполный)

15 Раббы фәрештәһе, күктән тағы тауыш биреп, Ибраһимға икенсе тапҡыр өндәште:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Раббы фәрештәһе, күктән тағы тауыш биреп, Ибраһимға икенсе тапҡыр өндәште:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 22:15
15 Iomraidhean Croise  

Шунан дауам итте: – Һинең нәҫелеңде күбәйткәндән-күбәйтермен, хатта уның иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ.


Раббы фәрештәһе Хәжәрҙе Шурға алып барған юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты.


– Киләһе йыл ошо мәлдә тағы килермен, – тине мосафирҙарҙың береһе. – Ул ваҡытта ҡатының Сараның улы буласаҡ. Сара ҡунаҡтың артында, сатыр ауыҙында тыңлап тора ине.


Был урынды Ибраһим Яхве-Ире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


– Раббы былай тине: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм –


Алланың фәрештәһе миңә төшөмдә: «Яҡуп», – тип өндәште. «Эйе», – тинем мин.


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.


Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“


шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.


Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.


Шунан Раббы фәрештәһе Йеһошуағҡа өгөт-нәсихәт ҡылып әйтте:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan