31 Улар бер-береһенә ант иткән ошо урын Беер-Шәвәғ тип аталды.
Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.
Беер-Шәвәғтә Ибраһим менән килешеү төҙөгәс, Авимәләх менән уның ғәскәр башлығы Пихол пелештиҙәр еренә ҡайтып китте.
Исхаҡ бынан Беер-Шәвәғкә күсте.
Иртән торғас, улар бер-береһенә ант биреште. Исхаҡ ҡунаҡтар менән хушлашты, улар иҫән-аман ҡайтып китте.
Исхаҡ был ҡоҙоҡҡа Шивға тип исем бирҙе. Шуға күрә ҡаланың исеме бөгөнгө көнгә тиклем Беер-Шәвәғ.
Исраил, бөтә мөлкәтен йыйып алып, юлға сыҡты. Беер-Шәвәғкә килеп еткәс, ул атаһы Исхаҡтың Аллаһына бағышлап ҡорбан салды.
Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк.