21 Ул Паран сүлендә йәшәне, әсәһе уға Мысырҙан кәләш алып бирҙе.
сүллек ситендәге Әл-Паранға тиклем һуҙылған Сеғир таулығында хориҙарҙы тар-мар итте.
Сарая хеҙмәтсеһен – мысыр ҡыҙы Хәжәрҙе – иренә йәриә итеп бирҙе. Был ваҡытта Ибрамдың Ҡәнғәнгә килеп урынлашыуына ун йыл самаһы үткәйне.
Уның нәҫел-нәсәбе Хауиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ашшурға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу булманы.
Шунан Рабиға Исхаҡҡа: – Был хитти ҡыҙҙары миңә һис кенә лә оҡшамай. Әгәр Яҡуп та бындағы берәй хитти ҡыҙына өйләнеп ҡуйһа, ят та үл! – тине.
Өйләнегеҙ һәм улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ тыуһын. Улдарығыҙға кәләш алығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә бирегеҙ. Уларҙың да улдары һәм ҡыҙҙары тыуһын. Унда ишәйегеҙ, кәмемәгеҙ.
Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Села Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.
Исраилдар Синай сүленән ҡуҙғалып китте һәм, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, юлдарын дауам итте. Болот Паран сүленә етеп туҡтаны.
Ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡас, ҡырҡ көндән ҡайтып килделәр.
– Исраилдарға Мин бирәһе Ҡәнғән ерен ҡарап ҡайтырға кешеләреңде ебәр: һәр ырыуҙан берәр кешене, башлыҡтарҙы, ебәр.