Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 2:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 2:7
33 Iomraidhean Croise  

Алла кешене Үҙ рәүешендә, Аллаға оҡшатып яратты – Алла уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты.


Ерҙе тик ер аҫтынан сыҡҡан һыуҙар ғына һуғарҙы.


Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


Шулай итеп, Раббы Алла, үҙе яратылған тупраҡты эшкәртһен өсөн, Әҙәмде Ғедән баҡсаһынан сығарып ебәрҙе.


һулыш алған бөтә тереклек ҡырылды.


Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.


Мал-тыуарҙар өсөн – үлән, Кешенең ихтыяжына иген үҫтерәһең, Тупраҡтан ризыҡ алһындар, тиһең.


Әҙәмдең рухы – Раббы шәмелер, күңеленең иң төпкөлдәрен һынар.


Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.


Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт; Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар.


Ғүмере танау тишегендәге һулыш ҡына булған Әҙәм балаһына өмөт бағлауҙан төңөл. Уның ниндәй ҡиммәте бар?


Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ! Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе. Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулыңдың эше.


Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.


Раббы Хаким был һөйәктәргә әйтә: „Бына, Мин һеҙгә һулыш индерермен дә һеҙ йәнләнерһегеҙ.


Мин һеҙгә һеңер тартырмын, ит ҡундырырмын, тире менән ҡаплармын. Эсегеҙгә һулыш индерермен һәм һеҙ йәнләнерһегеҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ“».


Әүлиәлек: Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти:


Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.


– Эй Раббым, бөтә йән эйәһенә һулыш биргән Алла, был йәмғиәт өҫтөнән башлыҡ итеп лайыҡлы кешене ҡуйһаң ине! Ул кеше


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan