4 Күк һәм ер яратылышы бына шулай. Раббы Алла ер менән күкте яратҡанда,
Башта Алла күк менән ерҙе яратты.
Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ».
Алла: «Яҡтылыҡ булһын», – тине. Яҡтылыҡ булды.
Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды.
Алла яҡтылыҡтың яҡшы икәнен күрҙе һәм уны ҡараңғылыҡтан айырҙы.
Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Йәфәҫтең нәҫел шәжәрәләре. Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Йәфәҫтең балалары тыуҙы.
Бына Шемдың нәҫел шәжәрәһе: Туфандан һуң ике йыл үткәс, Шемдың Арпахшад исемле улы тыуҙы.
Алла етенсе көндө фатихаланы һәм уны изге көн итеп айырҙы, сөнки бөтә бар ҡылыуға ҡағылышлы эштәрен тамамлап был көндә Ул ял итте.
Бына Ибраһим улы Исмәғилдең – Сараның хеҙмәтсеһе мысыр Хәжәрҙән тыуған улының нәҫел шәжәрәһе.
Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың нәҫел шәжәрәһе. Ибраһимдың улы Исхаҡ
Бына Ғаяздың, йәғни Эдомдың нәҫел шәжәрәһе.
Бына ул Сеғир тауҙары янында йәшәгән Эдом халҡының тәүатаһы Ғаяздың нәҫел шәжәрәһе.
Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе. Алла кешене яратҡанда, уны Үҙенә оҡшатып яратты.
Раббы – яугир! Исеме Уның – Раббы!
Бына нәҫел шәжәрәләренә күрә, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Леви улдарының исемдәре: Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари. Леви йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне.
Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ!