Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 2:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

17 тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 2:17
43 Iomraidhean Croise  

Раббы Алла баҡсала тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе, ә баҡса уртаһында тормош ағасы һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасы бар ине.


Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.


– Яланғас икәнеңде һиңә кем әйтте? – тип һораны Раббы Алла. – Мин ашамаҫҡа ҡушҡан ағастың емешен ашаныңмы әллә?


Ә әҙәмгә Раббы Алла шуны әйтте: «Ҡатыныңдың һүҙен тыңлап, Мин ашама тип тыйған ағастың Емешен ашаған өсөн Тупраҡ һинең арҡаңда ҡәһәрләнде: Ғүмерең буйы яфаланып табасаҡһың ризығыңды.


Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


Йермеяһ Раббы халыҡҡа һөйләргә бойорғандарҙы әйтеп биргәс, ҡаһиндар, пәйғәмбәрҙәр һәм ундағы барса халыҡ уға ташланып: – Үлтерегеҙ уны! – тип ҡысҡыра башланы. –


Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.


Мин бер кемдең дә үлеменә ҡыуанмайым, – тип белдерә Раббы Хаким. – Гонаһтарығыҙҙан ваз кисегеҙ ҙә йәшәгеҙ!


Белеп ҡуйығыҙ: һәр кешенең йәне Минеке: атаның йәне Минеке булған һымаҡ, баланың йәне лә Минеке. Кем гонаһ ҡылған, шул үләсәк!


Яуыз кешегә: „Мотлаҡ үләсәкһең“, – тиһәм, әммә ул гонаһынан баш тартып ғәҙел һәм тоғро юлға баҫһа,


Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, һин иһә уны киҫәтмәһәң, уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк, әммә уның ҡаны өсөн Мин яуаплылыҡты һинең өҫтөңә һаласаҡмын.


сөнки Раббы, улар сүлдә үлеп ҡалыр, тип әйткәйне. Шулай итеп, Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа, уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы.


«Был ҡанунда әйтелгәндәрҙе хупламаған һәм үтәмәгән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Бына мин бөгөн һеҙгә йәшәү менән яҡшылыҡты йәки үлем менән яманлыҡты һайларға тәҡдим итәм.


Мин бөгөн күк менән ерҙе шаһитлыҡҡа саҡырып, һеҙгә йәшәү йәки үлем, фатиха йәки ләғнәт һайларға тәҡдим итәм. Тормошто һайлағыҙ – ул ваҡытта үҙегеҙ ҙә, тоҡомоғоҙ ҙа йәшәйәсәкһегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan