Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 19:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 – Кит бынан! – тинеләр уға. – Һин, килмешәк, беҙгә аҡыл өйрәтмәксе булаһыңмы? Беҙ һинең үҙеңдең кәрәгеңде бирербеҙ. Улар Лутты ҡыҫырыҡлап, ишекте емерергә торғанда ғына,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 – Кит бынан! – тинеләр уға. – Һин, килмешәк, беҙгә аҡыл өйрәтмәксе булаһыңмы? Беҙ һинең үҙеңдең кәрәгеңде бирербеҙ. Улар Лутты ҡыҫырыҡлап, ишекте емерергә торғанда ғына,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 19:9
21 Iomraidhean Croise  

– Бер үк халыҡ, бөтәһенең дә телдәре бер төрлө. Бына нимә эшләй башлағандар былар; ниәттәрен ғәмәлгә ашырмайынса туҡтамаясаҡтар! – тине Раббы. –


Ибрам Ҡәнғән ерендә йәшәп ҡалды, Лут үҙәнлектәге ҡалалар араһында төйәкләнде. Содомға яҡын бер ерҙә сатырҙарын ҡорҙо.


– Кем һине беҙҙең өҫтән түрә һәм хөкөмдар итеп ҡуйҙы? Әллә мине лә, теге мысыр кешеһен үлтергән шикелле, үлтерергә итәһеңме? – тине теге. Муса ҡурҡыуға ҡалды: «Минең нимә эшләгәнем билдәле булғандыр, ахыры», – тип уйланы.


Аҡыллы әҙәм яманлыҡтан ҡурҡып тайшана, ә ахмаҡ дыуамалланып үҙенә ышана.


Ҡоторонған ахмаҡҡа ҡарағанда, балаһын юғалтҡан инә айыуға осрауың хәйерлерәк.


Таш ауыр, ҡом тос тарта, әммә ахмаҡтың рәнйетеүе икеһенән дә ауырыраҡ.


Ахмаҡ һүҙен ахмаҡлыҡтан башлай ҙа шыр тилелек менән тамамлап ҡуя.


Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.


Бер-береһенә әйтәләр: „Йыраҡ тор, Миңә яҡынлама, сөнки мин һинән изгерәкмен“. Уларҙың барыһы көнө буйы янып торған ут һымаҡ, Төтөндәре танауымды әсеттерә.


Шул арҡала яуындар туҡталды, Хатта яҙғы ямғыр яуманы, Шунда ла фәхишә һымаҡ битһеҙһең, Оят тигәнде белмәйһең.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Һеңлең Содом ғәйебе бына нәмәнән ғибәрәт ине: үҙе лә, ҡыҙҙары ла тәкәббер булдылар, туйып шаштылар, эшһеҙлектән аҙҙылар, фәҡирҙәр менән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙманылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan