24 Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,
Лут тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.
Ибрам Ҡәнғән ерендә йәшәп ҡалды, Лут үҙәнлектәге ҡалалар араһында төйәкләнде. Содомға яҡын бер ерҙә сатырҙарын ҡорҙо.
Раббы былай тине: – Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни!
Ер өҫтөнә ҡояш ҡалҡты, Лут Соғарға килеп етте.
Әйтер Раббы: «Инде сара күрәсәкмен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».
Муса ҡулындағы таяғын күккә күтәргәйне – Раббы күк күкрәтеп, боҙ ебәрҙе, ергә йәшен төшөрҙө. Ерҙә, әйтерһең дә, йәшенле ут ҡабынды, бөтә Мысыр бары тик ут менән боҙҙан торҙо; ундай көслө боҙҙо Мысыр халҡының бер ҡасан да күргәне юҡ ине.
Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.
Батшалыҡтар араһында иң гүзәле, Халдейҙар даны һәм ғорурлығы Бабил Алла юҡ иткән Содом һәм Ғамора һымаҡ булыр.
Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.
Раббы һис йәлләп тормай емергән Ҡалалар кеүек булһын ул кеше! Иртә таңдан һыҡтау тыңлаһын, Төш һуғышҡа саҡырған ауаздар ишетһен!
Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысрағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».
Содом һәм Ғамора һәм уларҙың тирә-яғындағы ҡалалар нисек тар-мар иткән, – ти Раббы, – унда ла һис кем йәшәмәҫ, әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ.
Содомды һәм Ғамораны Тирәләрендәге ҡалалар менән Алла нисек тар-мар иткән, Унда ла һис кем йәшәмәҫ, Әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ, – тип белдерә Раббы.
Ғәзиз халҡым, ҡылган гонаһтары өсөн, Кеше ҡулы теймәйенсә Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды.
Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.
Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торомбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –
Шуның өсөн, барлығым менән ант итәм, – ти Ғәскәрҙәр Раббыһы, Исраил Аллаһы, – Моав Содом һымаҡ булыр, Ғаммон ерҙәре – Ғамора кеүек. Уларҙы ҡый үләне баҫып китер, Баҫыуҙары татырланыр, Ерҙәре мәңгелек сүлгә әйләнер. Халҡымдың тере ҡалғандары уларҙы талап, Ерҙәрен үҙҙәренә милек итеп алыр.
Раббы һеҙ юҡ булғанға тиклем күктән ямғыр урынына ерегеҙгә саң болото ебәрер, ҡом яуҙырыр.
Киләсәк быуын, һеҙҙән һуң тыуған балалар һәм алыҫ илдәрҙән килгән килмешәктәр, был илгә ябырылған бәләләрҙе һәм Раббы күндергән ауырыуҙарҙы күрер:
бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған.