Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 19:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте: – Тиҙерәк был ҡаланан китегеҙ. Хәҙер Раббы уны һәләк итәсәк! Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

14 Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте: – Тиҙерәк был ҡаланан китегеҙ. Хәҙер Раббы уны һәләк итәсәк! Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 19:14
26 Iomraidhean Croise  

Таң һыҙылғанда, фәрештәләр Лутты ашыҡтыра башланы: – Бар, ҡатының менән ике ҡыҙыңды ал да кит, юғиһә гонаһлы ҡала менән бергә үҙең дә һәләк булырһың!


Ҡаланан сыҡҡас, фәрештәләрҙең береһе Лутҡа былай тине: – Йәнеңде ҡотҡар, артыңа әйләнеп ҡарама. Был тирәлә бер ерҙә лә туҡталма, тауҙарға табан йүгер, юҡһа һәләк булырһың!


Әммә тиҙерәк йүгер, һин барып етмәйенсә, мин бер нәмә лә эшләй алмайым. Шуға күрә лә был ҡала Соғар тип атала.


Шул уҡ төндө фирғәүен Муса менән Һарунды саҡыртып алды ла уларға: – Барығыҙ, халҡым араһынан китегеҙ! Үҙегеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла китһен, әйткәнегеҙсә, Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ.


Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалмағандар ҡолдарын һәм малдарын яланда ҡалдырҙы.


Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.


Шуға күрә хурлауҙан туҡтағыҙ, Юғиһә бығауҙарығыҙ ауырыраҡ булыр. Сөнки Хакимдан – Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан – Бөтөн илгә янаған һәләкәт тураһында белдем.


Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер.


Йермеяһ Аллалары Раббының әйткәндәрен, Аллалары Раббының уның аша белгерткән һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа һөйләп биргәс,


Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Кареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.


Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!


Шунда мин былай тинем: – Эй Хакимым Раббым! Был кешеләр минең хаҡта: «Ул тик йомаҡ ҡына ҡойған бер әҙәм түгелме ни?» – тиҙәр.


– Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм.


Муса йәмғиәткә былай тине: – Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ.


– Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине. Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan