Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 18:25 - Башкирский ВЗ (неполный)

25 Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 18:25
35 Iomraidhean Croise  

Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлер – шулай булһа ла уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы?


Һинең алда, бары Һинең алда гонаһ ҡылдым, Һинең күҙ алдыңда яуызлыҡ булғанды ҡылдым. Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы, Хөкөмөңдә Һин ғәҙелһең.


Тоғро мөхәббәтең менән, Аллам, мине етәкләрһең! Дошмандарымдың тәҡдирен күрһәтерһең.


Хаҡ хөкөмдар – Алла, Хаҡһыҙлыҡҡа һәр саҡ асыу тота.


Уның торлағы Сәлимдә, Йәшәгән ере Сионда.


Алдына баҫайыҡ шөкөрана ҡылып; Шатлыҡлы йырыбыҙҙы бағышлайыҡ!


Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!


Мин үҙемә күңелемдән: «Алла ғәҙел кешене лә, яуызды ла Үҙе хөкөм итә, сөнки һәр нәмәнең һәм һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар», – тинем.


Фани ғүмерем дауамында төрлөһөн күрҙем: тәҡүә кеше тәҡүә булыуына ҡарамаҫтан харап була, яуыздар иһә үҙ яуызлыҡтары эсендә оҙон ғүмер һөрә.


Әммә Һин ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!


Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, йә Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен: Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?


Әммә һеҙ: «Раббының юлы дөрөҫ түгел!» – тиһегеҙ. Эй Исраил нәҫеле, тыңла: Минең юлым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң?


Шул саҡ һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан, Аллаға хеҙмәт иткәнде Уға хеҙмәт итмәгәндән айыра башларһығыҙ.


Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.


Шунан һеҙҙең өҫтән хөкөм йөрөтәсәк кешеләргә: «Туғандарығыҙҙың дәғүәләрен иғтибар менән тыңлағыҙ; бәхәс ике исраил араһындамы, әллә исраил менән килмешәк араһындамы, һәммәһен дә ғәҙел хөкөм итегеҙ, – тип бойорҙом. –


Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен».


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan