Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 18:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 Шунда төшөп ҡарайым әле: улар ысынлап та шул тиклем гонаһҡа батҡанмы икән?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 Шунда төшөп ҡарайым әле: улар ысынлап та шул тиклем гонаһҡа батҡанмы икән?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 18:21
23 Iomraidhean Croise  

Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип аҫҡа төштө.


Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек. Береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!


Раббы былай тине: – Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни!


Алла ер йөҙөн күҙҙән үткәрҙе лә кешеләрҙең боҙоҡлоҡҡа батҡанын күрҙе, сөнки бөтә әҙәм балалары юлдан яҙғайны.


Йөрөгән юлдары камил, Ҡылған ғәмәлдәре ғәҙел, Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәре хаҡ булған,


Үҙ күҙҙәрең менән ҡарарһың, Залимдарҙың язаһын күрерһең.


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, хөр ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Раббы Мусаға былай тигәйне: – Исраил халҡына еткер: һеҙ – тиҫкәре халыҡ, әгәр ҙә Мин саҡ ҡына һеҙҙең менән барһам, ҡырып бөтөрәсәкмен! Биҙәнеү әйберҙәрен сисеп ташлағыҙ. Ә Мин һеҙҙең менән ни эшләргә икәнен Үҙем ҡарармын.


«Йәһүҙәнең гонаһы тимер ҡәләм менән яҙылды, Йөрәктәренең таҡтаташына, Ҡорбан усаҡтары мөгөҙөнә Алмас осо менән уйылды.


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк ҡала Ниневеға бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.


Бына, Раббы урынынан сығыр, Тау баштарына баҫып, аҫҡа төшөр.


Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, «Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ», – тигәндәрҙе язалайым.


һин был пәйғәмбәрҙең йәки төш юраусының һүҙен тыңлама – Аллағыҙ Раббы Үҙен бөтөн йөрәгегеҙ, бар булмышығыҙ менән яратаһығыҙмы икәнен белер өсөн һеҙҙе шулай һынай.


Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн һине һынауҙарға дусар итте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan