Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 17:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 17:7
40 Iomraidhean Croise  

Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ.


– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин.


Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.


Алла йәнә Мусаға: – Исраил халҡына: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуптың Аллаһы Йәһүә ебәрҙе», – тип әйт. Был Минең мәңгелек исемем. Мине быуындан-быуынға шул исем менән белерҙәр.


– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.


Улар менән килешеү төҙөштөм Мин, Ҡәнғән ерен – улар илгиҙәр булып ил гиҙеп йөрөп килеп ултырған ерҙе – бирергә һүҙ нығыттым.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


«Мин Раббы ғәҙеллек һөйәм, Талау һәм йәбер-золомға нәфрәтләнәм; Тоғро ҡалып, ғәмәлдәренә күрә бирермен, Улар менән мәңгелек килешеү төҙөшөрмөн.


– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.


Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәйәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр».


Сөнки Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббы Мин. Изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен.


Мин Аллағыҙ Раббымын. Мин Ҡәнғән ерен бирер өсөн һәм Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым.


Арағыҙҙа булырмын, Мин һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ.


Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын.


Улар хаҡына башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Аллалары булыр өсөн Мысыр еренән алып сыҡҡан ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде иҫкә төшөрөрмөн. Мин – Раббы.


Һеҙҙе ҡурсалармын, үрсетермен, ишәйтермен, һеҙҙең менән килешеүемде теүәл һаҡлармын.


Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең.


Һеҙгә әйткәнсә һәм ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа вәғәҙә иткәнсә, Аллағыҙ Раббы бөгөн һеҙҙе Үҙенең халҡы, ә Үҙен һеҙҙең Аллағыҙ итеп белдерә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan