Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 17:13 - Башкирский ВЗ (неполный)

13 Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 17:13
15 Iomraidhean Croise  

Туғанының әсиргә эләккәнен белгәс, Ибрам, үҙ йортонда тыуып үҫкән өс йөҙ ун һигеҙ хеҙмәтсеһен ҡоралландырып, дошман артынан ҡыуа сыҡты. Данға барып еткәс,


– Бына, Һин миңә нәҫел насип итмәгәс, – тип дауам итте Ибрам, – хеҙмәтсем вариҫым була инде.


Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Исмәғил кешеләренә һатайыҡ та ебәрәйек, ҡулыбыҙ ҙа таҙа булыр. Ул барыбер беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ, бер ҡан бит, – тине. Ағай-эне бының менән килеште.


Ә Мидйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға – фирғәүендең һарай хеҙмәтсеһенә, һаҡсылар башлығына – һатып ебәрҙеләр.


Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил кешеләренән фирғәүендең һанаты, һарай һаҡсылары башлығы Потифар һатып алды.


Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.


Әммә һатып алынған ҡол, сөннәтләнгәндән һуң, уны ашай ала.


Кеше урлап һатҡан йәки урланған кешене йәшереп тотҡан һәр кем үлтерелергә тейеш.


ғивриҙы ҡол итеп алаһың икән, ул һиңә алты йыл эшләһен, етенсе йылына уны йолом түләтмәйенсә иреккә ебәр.


Әгәр ҙә ҡол өйләнмәгән булып, хужаһы уны өйләндерһә, ҡатыны бала тапһа, ҡатыны менән балалары хужаныҡы булып иҫәпләнә; ҡол бер үҙе китһен.


Ләкин ҡаһиндың аҡса түләп һатып алған ҡоло йәки уның йортонда тыуғандар был ризыҡты ашай ала.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan