Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 15:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Алла Ибрамға: – Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Алла Ибрамға: – Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 15:7
16 Iomraidhean Croise  

Раббы Ибрамға былай тине: – Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит.


Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Баҫтырыусыларын һыуҙар йотто, Береһе лә ҡотола алманы.


Уларҙы күрә алмаусылар аяуһыҙ иҙҙе, Улар буйһонорға мәжбүр булды.


Шулай ҙа Раббы халҡының зарын ишетте, Уларҙың хәсрәтен күрҙе.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Ерҙәрен биләгеҙ һәм шунда урынлашығыҙ, сөнки Мин уны милек итеп һеҙгә бирәм.


Шул саҡта мин, әмер итеп, ул ырыуҙарға былай тинем: «Аллағыҙ Раббы был ерҙәрҙе һеҙгә биләмәгә бирҙе. Һуғышҡа яраҡлы ирҙәрегеҙ ҡорал алып, үҙ туғандарығыҙ, исраилдар алдынан йылға аша сығығыҙ.


Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan