Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 15:18 - Башкирский ВЗ (неполный)

18-21 Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18-21 Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 15:18
58 Iomraidhean Croise  

Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.


Өсөнсө йылғаның исеме – Тигр, ул Ашшурҙың көнсығышынан аға. Дүртенсе йылға – Евфрат.


Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!


Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа, Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Баҫтырыусыларын һыуҙар йотто, Береһе лә ҡотола алманы.


Раббы һиңә һәм ата-бабаларыңа ант иткәнсә ҡәнғәниҙәр еренә алып килеп, уны һиңә биргәс,


Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө.


Минең фәрештәм алдыңдан барыр һәм һине әмөриҙәр, хиттиҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә килтерер. Мин был халыҡтарҙы юҡ итермен.


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, хөр ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙы һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен.


Әгәр ҙә йылына өс тапҡыр Аллагыҙ Раббы хозурына килеп баҫыр булһағыҙ, Мин халыҡтарҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен, биләмәләрегеҙҙе киңәйтермен, бер кем дә ерегеҙҙе тартып ала алмаҫ.


Улар менән килешеү төҙөштөм Мин, Ҡәнғән ерен – улар илгиҙәр булып ил гиҙеп йөрөп килеп ултырған ерҙе – бирергә һүҙ нығыттым.


Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».


Әммә шундай көндәр килә: Раббы Евфрат йылғаһынан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем ашлыҡ һуғыр һәм һеҙҙе, эй Исраил балалары, бер-бер артлы бер урынға туплар.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.


Улар хаҡына башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Аллалары булыр өсөн Мысыр еренән алып сыҡҡан ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде иҫкә төшөрөрмөн. Мин – Раббы.


Ғасмондан Мысыр сигендәге йылғаға табан боролор ҙа, Бөйөк диңгеҙ буйында тамамланыр.


Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылыр.


Аллағыҙ Раббы, Үҙе вәғәҙә иткәнсә, йәшәр ерегеҙҙе киңәйткәс, ит ашағығыҙ килеп: «Ит ашайым әле», – тип әйтһәгеҙ, һеҙ уны йәнегеҙ теләгәнсә ашай алырһығыҙ.


Аллаң Раббыны яратһаң, һәр саҡ Уның юлын тотһаң, бөгөн һеҙгә бирелгән бөтә бойороҡтарҙы бойомға ашырһаң, Аллаң Раббы ата-бабаларыңа ант иткәнсә, ерегеҙҙең сиктәрен киңәйтер һәм уларға нәҙер иткән бөтә ерҙе һиңә бирер. Шул саҡта был өс ҡалаға тағы ла өс һыйыныу ҡалаһы өҫтәрһең.


Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.


Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙы, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan